Ваҡиғалар
10 Сентября , 10:44

Ҡырағай йәнлектән ҡурҡып, урманда аҙашҡандар

Белореттан ир менән ҡатынға ярҙам кәрәк булған

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, улар автомобилдә Миндәк ауылы янындағы урманға килгән. Бәшмәк йыйып, ир менән ҡатын урман эсенә төпкә инәләр. Ҡыуаҡ ҡырағай йәнлек тауышланғанын ишеткәс, ҡурҡып һуҡмаҡтан ситкә китәләр һәм аҙашалар.

Эҙләүҙә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Бәшмәкселәр даими бәйләнештә була. Оҙаҡ ваҡыт пар үҙ урынының координаталарын дөрөҫ тапшыра алмай. Ҡотҡарыусылар ир менән ҡатынға геолокацияны нисек дөрөҫ ебәрергә кәрәклеген яҡшылап аңлата һәм һөҙөмтәлә уларҙың ҡайҙалығын тиҙ асыҡлай алалар. Был ваҡиғала бер кем дә зыян күрмәгән.

Читайте нас