Ваҡиғалар
14 Сентября , 09:39

Бер юлы ике автомобиленән ҡолаҡ ҡаҡҡан

Иҫерек килеш идара иткән ир бер юлы ике автомобиленән мәхрүм ителгән

Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»
Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»

Өфө район суды урындағы кешегә ҡарата бер тапҡыр иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеп административ язаға тарттырылғандан һуң тағы ошондай уҡ ҡылыҡ өсөн енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың ноябрендә ул иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн административ язаға тарттырылғандан һуң спиртлы эсемлектәр ҡулланған, шунан һуң «Мерседес-Бенц» маркалы автомобиль руле артына ултырған һәм полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатылған. Ағымдағы йылдың ғинуарында ул «ВАЗ-2106» маркалы машина менән иҫерек килеш идара иткән.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд, дәүләт ғәйепләүсенең позицияһын иҫәпкә алып, уға 2 йыл 6 айға транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 320 сәғәт мотлаҡ эш төрөндәге яза тәғәйенләгән, шулай уҡ транспорт сараларын дәүләт килеменә тартып алған.

Читайте нас