Ваҡиғалар
22 Сентября , 11:25

Ҙур янғында өс кешенең һәләк булыуына бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылды

Фото: пресс-служба прокуратуры РБ | МАХФото: пресс-служба прокуратуры РБ | МАХ
Фото: пресс-служба прокуратуры РБ | МАХ

Стәрлетамаҡтағы «Солнечный» сауҙа-сервис комплексында янғын сығыу осрағы буйынса тәфтишселәр «ике һәм унан күберәк кешегә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлем килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 22 сентябрҙә көндөҙ бинаның икенсе ҡатында янғын сыҡҡан. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр бар. Урында тәфтишселәр һәм криминалистар, Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.

«Ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡас, янғын сығыу һәм үлем сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында суд экспертизалары комплексы тәғәйенләнәсәк, шулай уҡ объектта янғын хәүефһеҙлеге талаптарын тәьмин итеү өсөн яуаплы кешеләрҙең эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк», – тип белдерҙеләр ведомствола.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Стәрлетамаҡтың 1-се дауаханаһында өс ҡатын һәм бер үҫмер килтерелеүе тураһында хәбәр итте. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ауыр хәлдә реанимацияла. Башҡа өс зыян күреүсенең, шул иҫәптән өсөнсө ҡаттан һикереп төшкән 27 йәшлек ҡыҙҙың һәм үҫмер ҡыҙҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.

Читайте нас