Ваҡиғалар
12 Октября , 05:50

Ейәнсурала өс тәүлек урманда булған пенсионерка табылды

Добавить в предпочтительные источники Google

Ейәнсура районында юғалған 83 йәшлек ҡатынды дүртенсе көн эҙләгәндән табылған. Элмәле ауылында йәшәүсе деменция менән ауырыған инәй 8 октябрҙә өйөнән сығып киткән булған. Кискә табан ул өйөнә ҡайтмағас, туғандары ярҙам һорап ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә.

Эҙләүҙә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ ҡатнашҡан.

Кисә кис юғалған ҡатынды ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта урындағы көтөүсе тапҡан. Бер нисә тәүлек ҡырҙа булыуына ҡарамаҫтан, инәйҙең хәле яҡшы, уға медицина ярҙамы кәрәкмәгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.