Ваҡиғалар
24 Октября , 04:29

Әсә үҙ ҡыҙын урлаған

Добавить в предпочтительные источники Google
Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»
Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»

43 йәшлек ҡатын һәм 32 йәшлек сит ил гражданы алдан килешеп, көс ҡулланып, кешене урлауҙа ғәйепләнә.

Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын 18 йәшлек ҡыҙының танышы менән килешеп, атаһының МХО-ла һәләк булыуына бәйле страховка түләүҙәрен бергәләп тотоноуға ризалыҡ алырға ниәтләй. Ҡыҙҙың әсәһенә был түләүҙәр тейеш булмай, сөнки улар айырылышҡан була.

15 октябрь кисендә Стәрлетамаҡтың мәҙәниәт һәм ял паркында ғәйепләнеүселәр, ҡыҙҙың ихтыярына ҡаршы көс ҡулланып, уны автомобилгә ултырталар һәм Федоровка районындағы шәхси йортона алып китәләр һәм сығармайҙар. Әммә ҡыҙ телефон табып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә ала. Шунан һуң уны полиция хеҙмәткәрҙәре азат итә, ә фигуранттар ҡулға алына.

Әле ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып барыла.