Яңылыҡ
21 Августа 2021, 04:40

Башҡортостан "Йәш һөнәрмәндәр" чемпионаты ҡатнашыусыларын ҡаршылай

Бөгөн республикаға "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia)  чемпионатында ҡатнашыусылар килә башлай

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан "Йәш һөнәрмәндәр" чемпионаты ҡатнашыусыларын ҡаршылайБашҡортостан "Йәш һөнәрмәндәр" чемпионаты ҡатнашыусыларын ҡаршылай
Башҡортостан "Йәш һөнәрмәндәр" чемпионаты ҡатнашыусыларын ҡаршылай

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли беренселеген ойоштороу һәм үткәреү мәсьәләләре буйынса комитет ултырышын уҙғарҙы, тип хәбәр итте “Башҡортостан” гәзите.

Андрей Геннадьевич билдәләүенсә, ярыштарға әҙерлек барышында төрлө йүнәлеш буйынса бик күп эш башҡарылған. Йәш һөнәрмәндәр паркында үтәсәк төп бәйге майҙанында бөтә төҙөлөш һәм эске майҙансыҡ эштәре тамамланған. Йәш һөнәрмәндәр беренселегендә ҡатнашасаҡ тәүге конкурсанттар, ә улар Саха (Яҡут) Республикаһынан, бөгөн Башҡортостанға киләсәк. Өс локация буйынса – “Өфө” аэропортында, Өфө тимер юл вокзалында һәм Йәш һөнәрмәндәрҙең паркында – унда ҡатнашыусылар өсөн аккредитация ойошторола башлаясаҡ. ПЦР тестарының срогы сыҡҡан конкурсанттар өсөн ФАП-тарҙа экспресс-тест ойоштороласаҡ. Шулай уҡ конкурсанттарҙың, ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында медицина һәм санитар-эпидемиологик тәьмин итеүҙе координациялау буйынса махсус штаб төҙөлгән. Дөйөм алғанда, “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX милли беренселегенә илебеҙҙең 76 төбәгенән 1800-ҙән ашыу ҡатнашыусының һәм 1500 тирәһе эксперттарҙың килеүе көтөлә, бынан тыш, республикабыҙҙан 6000 мәктәп уҡыусыһы уны тамашасы ролендә ҡараясаҡ.

"Йәш һөнәрмәндәрҙең беренселеге республикабыҙҙың иҡтисады өсөн дә, профессиональ эшсе кадрҙар алыу өсөн дә мөһим, – тине Андрей Назаров. – Ошо ярыштар булғаны өсөн генә унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең компетенцияһын арттыра ала. Үҙ сиратында уларҙың һәр береһе киләсәктә сифатлыраҡ эшләйәсәк. Ошо бәйгене үткәреүҙән, тимәк, йәш профессиональ кадрҙар йәһәтенән, уның йоғонтоһон алдағы йылдарҙа тоясаҡбыҙ".

Башҡортостан йыйылма командаһына 280 ҡыҙ һәм егет ингән, улар 105 компетенцияның 102-еһендә республикабыҙ данын яҡлаясаҡ.

Фото: ойоштороу комитеты.

Автор:Юлай Мурзабаев