

Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин Ковид-19-ҙан прививка эшләткән, 18 йәше тулған граждандар араһында аҡса уйнатыласағы тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Ул тиҙҙән, 1 сентябрҙән, башлана.
Лотореяның раҫланған операторы - "Гознак" акционерҙар йәмғиәте. Аҡса уйнатыу бонусзаздоровье.ру лотореяһы сайтында үтәсәк. Һөҙөмтәләр ошо уҡ сайтта һәм матбуғат баҫмаларында донъя күрәсәк.
Ике этапта, 1 декабргә тиклем үтәсәк был лотореяла 1000 еңеүсе 100-әр мең һум аласаҡ. Ҡатнашыу шарттары ябай: 18 йәш тулған һәм 1 сентябргә тиклем вакцина эшләнгән булырға тейеш. Ҡатнашыусылар Вакциналанғандарҙың берҙәм регистрындағы уникаль һандар буйынса теркәлә. Еңгән осраҡта, "госуслуги"лағы шәхси кабинетҡа хәбәр киләсәк. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында теркәлеү раҫланған булырға тейеш. 100 мең һумды алыу өсөн реквизиттарҙы ла ошо порталда ебәрергә тура киләсәк. Аҡса отҡандан һуң 6 ай эсендә "Мир" картаһына күсә.