Яңылыҡ
23 Августа 2021, 11:29

Өфөлә БДУ-ның бинаһы "емерелә"

Был хаҡта бөгөнгә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин хәбәр итте.

Өфөлә БДУ-ның бинаһы "емерелә"Өфөлә БДУ-ның бинаһы "емерелә"
Өфөлә БДУ-ның бинаһы "емерелә"

Университеттың был, Туҡай һәм К. Маркс урамдары киҫлешендәге бинаһында ҡасандыр Киров исемендәге завод булған. Бинаны һүтеп алыу проекты башланған. Урынында студенттар кампусы төҙөләсәк. Өфөлә студенттар кампусы булдырылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. 

Сидякин әйтеүенсә, был корпус урынлашҡан ерҙе лә республика ҡарамағына күсереү буйынса эштәр башланған.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас