

Видеолағы ваҡиға Стәрлебаш ауылында булған. 9-сы класс уҡыусыһы скутер менән идара итеп, боролошта Volkswagen Passat-ҡа бәрелә. Осоп китеп, асфальтҡа төшкән бала әлдә лә иҫән ҡала. Уҡыусыны ата-әсәһенә тапшырғандар, тикшереүҙәр башланған.
Ошо урында райондағы, айырыуса Иҫәнғол һәм Яңы Павловкала йәшәгән үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренә мөрәжәғәт итке килә. Балағыҙға мопед, мотоцикл алып бирҙегеҙме? Ул ҡайҙа һәм нисек йөрөгәнен беләһегеҙме?
Шәмбе төндә үткәргән рейдта күренеүенсә, район үҙәге тулы бәлиғ булмаған "байкер"ҙар. Күмәкләшеп ярышып йөрөүҙәре етмәгән, күптәре фарын да яҡтыртмай (әллә эшләмәйме икән). Эйе, ЮХХДИ патруле тотош районды контролләп өлгөрмәй, балағыҙ уларға эләкмәҫ. Штраф түләү, иҫкәртеү иҫәбенә ҡуйыу янамай тип тынысһығыҙҙыр. Ә ғәзиз балағыҙ ошондай хәлгә (Алла һаҡлаһын!) тарыһа, һеҙ үҙегеҙҙең яуапһыҙлыҡты ғәфү итерһегеҙме? Уйланығыҙ!