Яңылыҡ
26 Августа 2021, 10:40

Күп балалы ғаиләне янғын иҫкәрткес ҡотҡарған

Ут сыҡҡан мәлдә өйҙә биш кеше булған

Күп балалы ғаиләне янғын иҫкәрткес ҡотҡарғанКүп балалы ғаиләне янғын иҫкәрткес ҡотҡарған
Күп балалы ғаиләне янғын иҫкәрткес ҡотҡарған

Ҡотҡарыу хеҙмәтенә Бишбүләк районының Баҙлыҡ ауылында  янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән. Янғын һүндереүселәр ауылға барып, бер майҙаны 50 кв.м булған ҡатлы йорт яныуын күргән һәм янғынды тиҙ арала һүндерә алғандар.

Һуңынан асыҡланыуынса, ут сыҡҡан мәлдә өйҙә биш кеше – атай-әсәй һәм балалары булған. Атай кеше янғын иҫкәрткестең сыйылдағанын ишеткән һәм соланда ут сығыуын күргән. Ғаилә тиҙ арала өйҙө ҡалдырған. Һөҙөмтәлә бер кем дә зыян күрмәгән. Тик ғаилә торлаҡһыҙ ҡалған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас