Яңылыҡ
26 Августа 2021, 07:10

Пенсионерҙарға 10 мең һум алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй

Рәсәй пенсионерҙарына 10 мең һум түләү тәртибе тураһында һөйләнеләр.

Пенсионерҙарға 10 мең һум алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәйПенсионерҙарға 10 мең һум алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй
Пенсионерҙарға 10 мең һум алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны алыу өсөн ҡайҙалыр мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, уны даими пенсия суммаһы менән бергә күсерәләр. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фонды идаралығы сайтында хәбәр ителә.

«Түләү 2021 йылдың сентябрендә Пенсия фондындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә ғаризаһыҙ тәртиптә ғәмәлгә ашырыла», – тип билдәләнеләр ведомствола.

Бер тапҡыр бирелә торған түләү пенсия кеүек үк күсерелә: әгәр аҡса банк картаһы килә икән, унан тыш тағы ун мең һум өҫтәлә.

Аҡса бөтә пенсионерҙарға — эшләп йөрөгәндәргә лә, эшләмәгәндәргә лә бирелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Рәсәй президенты Владимир Путин хаҡлы ялдағыларға ун мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләргә тәҡдим иткәйне. Уҙған шишәмбелә ул тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас