-2 °С
Облачно


26 август, сәғәт 11.00-гә ҡарата Ейәнсура районы территорияһындағы янғындар ауыҙлыҡланған, йәғни артабан таралыу ҡурҡынысы юҡ. Автоцистерна Биштирәк ауылы янында тора. Ҡотҡарыусылар, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы дежурҙа. Улар янғын тулыһынса туҡтатылғансы патрулдә буласаҡ. Ситтән ирекмәндәрҙең килеүе талап ителмәй. Барығыҙға ла ярҙам өсөн ҙур рәхмәт!