Яңылыҡ
26 Августа 2021, 04:40

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар вәғәҙә итәләр

Синоптиктар киләһе өс көндә республикала һауа торошо ниндәй буласағын хәбәр итте

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар вәғәҙә итәләрҠыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар вәғәҙә итәләр
Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар вәғәҙә итәләр

Бөгөн Башҡортостанда һауа температураһы +24...+29, көньяҡ райондарҙа +34 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, йәшен көтөлә. Ел көньяҡтан, аҙаҡ төньяҡтан иҫә, еңелсә, ваҡыты менән ҡапыл көсәйеүе ихтимал.

27 августа тағы ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һәм күк күкрәүе прогнозлана. Төньяҡ-көнсығыштан еңелсә ел иҫә, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Температура төндә  +9...+14, көньяҡта +19 градус, көндөҙ +24...+29, көньяҡ райондараҙа +34 градус тәшкил итә.

Шәмбе, 28 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, күк күкрәй. Термометр бағанаһы төндә +9...+14, көндөҙ +20...+25, көньяҡта төндә +19, көндөҙ +27...+32 градус булыуы көтөлә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас