+21 °С
Ясно


Мәсетле районында яңғыҙ йәшәгән пенсионер мотоциклда йөрөп килергә сығып китә лә, хәтере насар булыу сәбәпле, ҡайтыр юлды тапмай. Оҙаҡ уйлап тормай, моғайын, утҡа килеүсе булыр, тип, яланда торҡан өс күбә бесәнгә бензин һибеп, ут төртә. Ысынлап та, утты күргән ирекмәндәр килеп етеп, ҡартты ҡотҡара, янғынды ла һүндерә.
Ә бына ҡартҡа хәҙер полиция алдында яуап тоторға тура киләсәк.