

Тәбиәселәр, балаларға өҫтәлмә тәрбиә биреү үҙәге педагогтары, әйҙәүселәр көн һайын балаларҙың ялын күңелле, фәһемле итеп үткәрергә тырыша. Һәр көн ҡыҙыҡлы саралар менән байытылған: спорт уйындары, “Таланттар асыу” конкурсы, “теләк теләү” ағасына поход, шахмат, шашка турнирҙары, әйҙәүселәргә ҡаршы футбол ярышы, “Портрет галереяһы” тип аталған асфальтҡа һүрәт төшөрөү бәйгеһе, дискотекалар үткәрелә. Һәр көндөң бер темаға ярашлы үтә. Мәҫәлән, Дуҫлыҡ көнө, Тиҫкәре көн, Таҙалыҡ көнө һәм башҡалар. Беҙ балаларға оҡшаһын өсөн тырышып эшләйбеҙ.