Яңылыҡ
30 Августа 2021, 03:40

Алтынға бәрәбәр көмөш

Башҡортостан спортсменкаһы паралимпиадала йөҙөү буйынса көмөш миҙал яуланы

Алтынға бәрәбәр көмөшАлтынға бәрәбәр көмөш
Алтынға бәрәбәр көмөш

Паралимпидала Башҡортостан исеменән сығыш яһаусы Анна Крившина ирекле стиль менән 100 метрға йөҙөүҙә көмөш миҙал яуланы. Уның был еңеүе хаҡында тренеры Игорь Тверяков UFA1.RU-ға бына нимәләр һөйләгән:

– Был көмөш алтынға тарта. Уның миҙалы – иң ауырҙарҙың береһе. Бер нисә клстан күп кеше ярышты. S12 класына ҡараған спортсменка еңде. Ә Анна S13 класынан. Уның ғына класы ҡатнашһа, ул беренсе урын алыр ине. Етмәһә ҡыҙҙарҙың һөҙөмтәһендә айырма йөҙҙән бер секунд ҡына, тип аңлатты ул.

Фото: anna_krivshina / Instagram.com

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас