Ҡайғы уртаҡлашабыҙ!
Беҙ, класташтар, һабаҡташыбыҙ Мәсәғүтов Рәйес Дәржемән улы вафат булыуы тураһындағы хәбәрҙе тәрән ҡайғы менән ҡабул иттек. Ул ихлас күңелле кеше, яҡшы ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай, тоғро дуҫ һәм иптәш булды.
Тормош иптәше Зөлфиәнең, улдарының, ҡыҙының һәм барлыҡ туғандарының ауыр, бер нәмә менән дә тулыланмаҫ юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уның хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр.
Хәлил, Нурислам, Дилбәр, Гөлкәй, Әлфизә, Эльмира, Айгөл, Гөлдәр, Финиза.