+23 °С
Облачно


ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 38 йәшлек ҡатын Opel Astra менән идара итеп, 1999 һәм 2001 йылғы ҡыҙҙарҙы, 64 йәшлек ирҙе бәргән. Ир кеше еңелсә йәрәхәттәр менән амбулатор дауаланыуға ебәрелһә, ҡыҙҙар ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Авария буйынса тикшереү башланған.