

Хөрмәтле ветеринария хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ уңайынан бөтә йөрәктән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Ейәнсура районының ветеринария хеҙмәтендә үҙ эшенең оҫталары һәм һөнәренә тоғро кешеләр эшләй, улар үҙҙәренең көндәлек хеҙмәте менән хайуандар хаҡында хәстәрлек күрә, уларҙың һаулығын, район халҡының именлеген һаҡлай.
Һеҙҙең тәрән белемдәрегеҙ һәм тәжрибәгеҙ малсылыҡ продукцияһының сифатын контролләү, шулай уҡ уны эшкәртеү һәм һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәү буйынса мөһим бурыстарҙы хәл итергә ярҙам итә.
Тырыш хеҙмәте, ветеринария хеҙмәтен булдырыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн тармаҡ ветерандарына ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, уларҙың данлы традицияларын бөгөн яңы быуын белгестәре ышаныслы дауам итә.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыслыҡ, изгелек, именлек ышаныслы киләсәк һәм Ейәнсура районы, Башҡортостан Республикаһы именлеге хаҡына эшегеҙҙә яңы уңыштар теләйем!
Д.Юланов, район хакимиәте башлығы.