Яңылыҡ
31 Августа 2021, 07:19

Туғанына - бензобысҡы менән?!

Ейәнсура районында ағайлы-ҡустылы низағҡа ингән.

Туғанына - бензобысҡы менән?!Туғанына - бензобысҡы менән?!
Туғанына - бензобысҡы менән?!

Береһе ситтә торған бензобысҡыға барып йәбешә. Уны тоҡандыра һәм йоҡларға ятҡан туғанына килеп, уны үлтереү, киҫәктәргә бысҡылап ташлау менән янай. Был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Торараҡ зыян күреүсе туғаны менән ярашыуын белдереп, судтан енәйәт эҙәрлекләүен туҡтатыуҙы һорап мөрәжәғәт итә.

Сығанаҡ: Зианчуринские зори.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас