

Республикала Башлығы беҙҙең төбәктәрҙәге янғындарға туҡталып, уларҙы бөтөрөүгә көс һалған һәр кемгә рәхмәтле булыуын әйтте. Климаттың үҙгәрә барыуы киләсәктә лә урман янғындары булыу мөмкинлеген кире ҡаҡмай. Шуға ла был йәһәттән урман янғыны менән көрәш айырыуса иғтибар талап итә, тине Башлыҡ.
Форум дауам итә. Башлыҡ коронавирус, Республикалағы хәлдәр, сәнәғәт, ауыл хужалығына туҡталып, ентекле анализ яһай.
Форумдан һуң ул саҡырылған дүрт райондың янғын менән көрәшеүселәренә наградалар тапшырасаҡ һәм ҡоролоҡтан айырыуса зыян күргән райондар вәкилдәре менән аралышасаҡ.