Яңылыҡ
2 Сентября 2021, 17:33

Улар быға лайыҡ!

Хәйбулла районы хакимиәтендә Республика Башлығы Радий Хәбиров урман янғындарын һүндереүселәр менән осрашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Улар быға лайыҡлы!Улар быға лайыҡлы!
Улар быға лайыҡлы!

Хәйбулла районы хакимиәтендә Республика Башлығы Радий Хәбиров урман янғындарын һүндереүселәр менән осрашты.Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров алып барған сарала шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латыпов һәм Башҡортостандың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, Хайбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Ейәнсура райондары башлыҡтары, республиканың төрлө төбәктәренән янғын һүндереүҙә ҡатнашыусылар булды. Радий Фәрит улы янғындарга анализ яһап, улар менән көрәшеүҙә ҡатнашҡандар иғтибарһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш, тине. Үҙе янғын һүндереүҙә ҡатнашҡандарҙың бер төркөмөнә Республика Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Был наградаға беҙҙең райондан 15 кеше лайыҡ булды. Улар - төрлө йәштә һәм төрлө һөнәр эйәләре.

ЕДДС етәксеһе Иршат Аҙнағолов
Ирекмән Ирәндек Әйүпов
Илнур Ваһапов, Байыш ауылы
Ҡарабаев Заһир
Район хакимиәтенең Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Рәмил Мырҙабулатов
Алик Юлдыбаев, Элмәле ауылы
Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе башлығы Фидан Йәркәев
ЕДДС етәксеһе Иршат Аҙнағолов
Автор:Альмира Аюпова