

Йәмәғәт транспортына биометрия буйынса индереү тураһындағы закон 2024 йылда ғәмәлгә ашасаҡ. РФ Транспорт министры Виталий Савельев әйтеүенсә, пассажирҙарҙың шәхесен раҫлау өсөн уларҙың биттәре сканерланасаҡ. Бындай паспорт контроле әле үк "Шереметьево" аэропортының С терминалында эшләй.
Бығаса Минтранс 2030 йылға тиклем пассажирҙар биометрия ярҙамында транспортта йөрөгән өсөн түләй һәм паспорт контроле үтә башлаясаҡ, тип хәбәр иткәйне.