Яңылыҡ
5 Сентября 2021, 17:55

Ейәнсурала 63 йәшлек ирҙең машинанан тапалып, ғүмере өҙөлдө

Фажиғә үткән төндә Иҫәнғол-Мораҡ юлының 1-се км-ында теркәлгән

Ейәнсурала 63 йәшлек ирҙең машинанан тапалып, ғүмере өҙөлдөЕйәнсурала 63 йәшлек ирҙең машинанан тапалып, ғүмере өҙөлдө
Ейәнсурала 63 йәшлек ирҙең машинанан тапалып, ғүмере өҙөлдө

Иҫәнғол менән Яңы Петровка ауылдары араһында "Mercedes Benz" менән идара иткән 20 йәшлек Күгәрсен районы кешеһе 63 йәшлек ирҙе тапай. Ир ваҡиға урынында йән бирә. Водитель аңлатыуынса йәйәүле ҡағиҙәне боҙоп, хәрәкәт ыңғайына атлаған һәм уның яҡтылыҡты ҡайтарыу элементтары булмаған.

Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре башланған.

Хөрмәтле райондаштар! Юл ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ! Эңерҙә һәм тәүлектең ҡараңғы мәлендә юлға сығырға тура килә икән, яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар кәрәклеген иҫегеҙҙән сығармағыҙ! Мәктәптән һәм түңәрәктәрҙән ҡайтҡан балаларығыҙҙың да именлеге өсөн был мөһим икәнлеген онотмағыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас