

Был хаҡта “Салауат Юлаев” клубы белдерҙе, тип хәбәр итә “News102”.
“9 сентябргә тиклем коронавирус инфекцияһына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың төбәк территорияһында хоккей матчтарына ПЦР-тестары, вакцинация һәм килемдәре тураһында справкалары булмаған 50 процент тамашасыларҙы (VIP-ложалар көйәрмәндәренән тыш) индереүгә рөхсәт итеү тураһында ҡарары ҡабул ителәсәге тураһында мәғлүмәт килде”, – тип хәбәр ителде “Салауат Юлаев”тың рәсми аккаунтарында.
Төбәк Башлығы менән осрашыуҙа “Салауат Юлаев” клубы етәкселеге сикләүҙәрҙе үҙгәртеүҙе һәм трибуналарға тамашасыларҙы 50 процентҡа тиклем үткәрергә рөхсәт итеүҙе һорағайны. Сезондың республикалағы тәүге матчында 9 сентябрҙә “Салауат Юлаев” “Спартак”ҡа (Мәскәү) ҡаршы уйнаясаҡ.
Фото: hcsalavat.ru