

Рәсәйҙең көнсығышын да яңы кимәлгә күтәреү, уны үҫтереү өсөн Рәсәйҙең баш ҡалаһын ошо тарафҡа күсерергә тигән фекер бар. Күптән түгел Superjob порталының тикшереүҙәр үҙәге ошо йәһәттән Мәскәү халҡының фекерен белеште.
Һораулама яуаптары күрһәтеүенсә күпселек мәскәүлеләр баш ҡаланың күсеүенә риза түгел. Йәғни яуап биреүселәрҙең 69-ы был идеяға бөтөнләй ҡаршы. Шул уҡ ваҡытта 19 процент бындай ҡарашты хуплай. Ә һорауламала ҡатнашҡандарҙың 12 проценты яуап бирергә ҡыйынһынған.