

Әнүәр Лотфулла улы Әминев 2006 йылдан алып эске эштәр органында, ә 2018 йылдан әле биләгән вазифала эшләй. Уның ҡарамағында - Муйнаҡ һәм Абзан биләмәләренә ҡараған 8 ауыл һәм уларҙа йәшәгән 2301 кеше.
Үҙенең ярҙамы талап ителгәндә ул килергә һәр саҡ әҙер. Шуның менән дә хеҙмәткәр халыҡтың ихтирамын һәм ышанысын яулаған. Барлыҡ нормативтарҙы (атыу, физик әҙерлек) үтәй.
2012 йылда Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Тауыш биреү өсөн ошо ҺЫЛТАНМА буйынса инергә һәм Әнүәр Әминевты табып, "йөрәк"кә баҫырға кәрәк.
Фото редакция архивынан.