

Республикала 16-21 сентябрҙә һауа температураһы норманан 2-4 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә. Төндә +2, +7 градус, ә урыны менән 0, -2, ә көндөҙ +8, +13 градус булыуы фаразлана.
Артабан һауа температураһы төнөн - 0, +5, урыны менән 0, -5 градус буласаҡ. Көндөҙ +6, +11-гә тиклем йылыта.
Аҙна аҙағына тиклем Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, ә ҡайһы берҙәрендә иһә уның ҡарлы ҡатыш булыуы көтөлә.