Яңылыҡ
15 Сентября 2021, 08:45

"Айыҡ ауыл-2021" бәйгеһе старт ала

Был бәйгелә 2019 йылда - 464, 2020 йылда 2114 ауыл ҡатнашҡан.

"Айыҡ ауыл-2021" бәйгеһе старт ала"Айыҡ ауыл-2021" бәйгеһе старт ала
"Айыҡ ауыл-2021" бәйгеһе старт ала

Ойоштороусылар быйыл ҡатнашыусылар йылдағынан күберәк булыр, һәр райондағы барлыҡ ауылдарҙың яртыһынан күбер ҡатнашыр тип фаразлай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелгән конкурс айыҡ тормош рәүешен пропагандалауға, шулай уҡ алкоголизмҡа ҡаршы иҫкәртеү эштәре алып барылған ауылдарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән.

Ғаризалар иртәгәнән ҡабул ителә башлай. "Райондың айыҡ ауылы" исеменән тәҡдим ителгән ауылдаалкоголизмға ҡаршы көрәш алып барылырға, халыҡ араһында аңлатыу эштәре башҡарылырға тейеш. Тәүге этаптың һөҙөмтәһе презентация материалдарына таянып билдәләнәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр республика бәйгеһендә бөтә 54 район да ҡатнашты. Шулай уҡ Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән конкурстың приз фонды ун тапҡырға арттырылды.

Беҙҙең район был бәйгелә ике йыл рәттән алдынғылар иҫәбендә килә. быйыл да һынатмаҫбыҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ! Әйҙәгеҙ, райондаштар, айыҡлыҡ өсөн бергәләп көрәшәйек!

Фото редакция архивынан.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас