Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
15 Сентябрь , 14:35

Кемдәр 100 000 һум отто икән?

Кисә коронавирустан вакцина эшләткәндәр араһында аҡса уйнатыуҙың тәүге этабы үтте.

Кемдәр 100 000 һум отто икән?

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 1 сентябрҙә Рәсәй Хөкүмәте коронавирустан вакцина эштәркәндәр араһында аҡса уйнатыуҙы башланы.

1 сентябрҙән 1 декабргәсә дауам иткән аҡса уйнатыуҙа 18 йәше тулып үткән, вакцина эшләткән рәсәйлеләр ҡатнаша. Ҡатнашыусыларға ҡайҙалыр теркәлеү кәрәкмәй, бәхетлеләр Вакциналанғандарҙың берҙәм регистрында теркәлгән уникаль һан буйынса асыҡланасаҡ. Бөтәһе 1000 кеше аҡса отасаҡ. Үҙҙәренең аҡса еңгәне хаҡында улар "Госуслуги" аша беләсәк.

Кисә тәүге бәхетлеләр асыҡланды ла инде. Аҡса уйнатыуҙың тәүге этабының һөҙөмтәләре менән ОШО ҺЫЛТАНМА буйынса таныша алаһығыҙ.

Икенсе этап - 14 октябрҙә.

Автор:Альмира Аюпова