Яңылыҡ
18 Сентября 2021, 05:50

Ямғыр, ҡар яуыуы көтөлә

Синоптиктар ял көндәрендә һауа торошо ниндәй буласағын хәбәр итте

Ямғыр, ҡар яуыуы көтөләЯмғыр, ҡар яуыуы көтөлә
Ямғыр, ҡар яуыуы көтөлә

Ял көндәрендә Башҡортостанда ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә, ҡырау төшә.

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн, 18 сентябрҙә, республикала ямғыр, ҡайһы бер райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә. Төндә һауа температураһы +1, +6 градус, урыны менән -3 градусҡа ҡәҙәр һыуыта. Көндөҙ +5, +10 градус йылы.

Йәкшәмбе, 19 сентябрҙә, шулай уҡ урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә. Синоптиктар төндә 0 һәм +5 градус, аяҙайтҡанда -5 градус вәғәҙә итә. Көндөҙ термометр бағанаһы +6, +11 градус күрһәтәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас