

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 сентябрҙән 26-һына ҡәҙәр республика территорияһында уртаса һауа температураһы +8,+10 градус булыуы көтөлә. Төндә +2,+8 булһа, көндөҙ 11-17 градусҡа тиклем йылытасаҡ, урыны менән төндә 0, -5 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшә.
26 сентябрҙән 27-һенә ҡараған төндә һыуыҡ атмосфера фронты килеүе күҙаллана. Ямғыр һәм ҡар яуып, һауа температураһының төндә -1,-6, көндөҙ +4,+9 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Республика буйынса уртаса тәүлек һауа температураһы +1,+6 градус тәшкил итәсәк, тип прогноз бирә синоптиктар.
Фото: Яндекс. Картинки