

Төбәк оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны 64 мең кешенән артҡан. Үткән тәүлектә COVID-19 344 кешелә раҫланған. Был сир менән ауырығандарҙың дөйөм һаны 64196-ға етте.
Бөтәһе 55890 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 184-е һуңғы тәүлектә. Пандемия башланғандан алып был сирҙән вафат булған 1477 кешенең 20-һе һуңғы тәүлектә донъя ҡуйған.
Беренсе компонент менән 1 259 935 кеше вакциналаған, ике компонент менән дә вакциналаныуслар һаны 1 152 704 кеше тәшкил итә.
Фото: Олег Яровиков