Яңылыҡ
23 Сентября 2021, 14:40

Ҡурҡыныс юл фажиғәһендә һәләк булыусылар асыҡланды

Башҡортостан буйынса МЧС дүрт кеше янып үлгән авария тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡурҡыныс юл фажиғәһендә һәләк булыусылар асыҡландыҠурҡыныс юл фажиғәһендә һәләк булыусылар асыҡланды
Ҡурҡыныс юл фажиғәһендә һәләк булыусылар асыҡланды

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, “ГАЗель” автомобиле «Оренбург газпромдорстрой» компанияһыныҡы, тип хәбәр итте “Башинформ”. Ойошма эшселәре – 27, 43, 52 һәм 60 йәшлек ирҙәр Ырымбур өлкәһенән Башҡортостандың Архангел районына Уҫаҡлы ауылы янында автомобиль юлындағы һыу ағыҙыу торбаһын ремонтлау буйынса гарантия эштәрен башҡарырға китеп барған булған.

Һәләк булыусылар барыһы ла Ырымбур кешеләре

Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Мәләүез районындағы аварияла ике автомобиль бәрелешкәндән һуң “ГАЗель” янып китеп, ундағы дүрт кеше һәләк булғайны.

Автор:Юлай Мурзабаев