Яңылыҡ
24 Сентября 2021, 05:15

#ЭШЛӘРБЕҘ2021

Бөтә донъя таҙалыҡ көнөнән ситтә ҡалмағыҙ!

#ЭШЛӘРБЕҘ2021#ЭШЛӘРБЕҘ2021
#ЭШЛӘРБЕҘ2021

Бөгөн Ейәнсура районында Бөтә донъя таҙалыҡ көнө уңайынан экологик өмәләр үтә. Был сарала ойошма-учреждениелар әүҙем ҡатнашыуы көтөлә.

Әйткәндәй, сара сиктәрендә Үтәғол ауылындағы күпер ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Был, Ҡаҫмарт йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү, матурлау өсөн күмәк көс талап ителә. Шуға үтәғолдарға район үҙәгенән дә ярҙамға киләсәктәр. 

 

Райондаштар! Үҙебеҙ йәшәгән мөхитте тәртипкә килтереү, йәмләү сараһынан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ! Өмәнән фотоларығыҙҙы социаль селтәрҙәргә #ЭШЛӘРБЕҘ2021 хештегын ҡулланып һалығыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас