Яңылыҡ
27 Сентября 2021, 08:10

279 мәктәп карантинға ябылған

Республикала 279 мәктәп карантинға ябылған, 730-ында коронавирус осрағы асыҡланған

279 мәктәп карантинға ябылған279 мәктәп карантинға ябылған
279 мәктәп карантинға ябылған

Башҡортостанда балалар күпләп ауырый. Был турала республиканың Роспотребнадзор идаралығы етиксеһе Анна Казак хәбәр итте. Статистикаға ярашлы, 730 белем биреү ойошмаһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтары асыҡланған, тип яҙа “Башинформ”.

«Биш кешенән ашыу кластарҙа карантин индерелә. Республиканың 279 мәктәбендә ошондай сикләү сараһы ғәмәлдә (768 классов), — тине Анна Казак. – Был аҙнала барлыҡ белем биреү ойошмаларында рейдтар уҙғарыла».

Башҡортостандың баш санитар табибы билдәләүенсә, кешеләр тынысланды. Сауҙа үҙәктәрендә, транспортта һәм күп кеше ҡатнашлығындағы сараларҙа битлек режимын һәм социаль арауыҡты үтәүгә иғтибар ителмәй. Анна Казак ошо хәүефһеҙлек сараларын ҡаты контролдә тоторға тәҡдим итте.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас