

Был эпидемиологик хәл-торош ҡатмарлы булыуға бәйле, тип хәбәр итте “Башинформ”.
“Беҙ йәй күп саралар үткәрҙек. Әйҙәгеҙ, һәр төрлө форумдарҙы, осрашыуҙарҙы ҡыҫҡартайыҡ. Тик мин Транспорт форумын ғына үткәреүҙе һорайым, сөнки беҙ ҡунаҡтар саҡырҙыҡ инде”, – тине Башлыҡ.
БР спорт министры Руслан Хәбибов бөгөн төбәктә тик календарға ингән рәсми ярыштар ғына үткәрелеүен билдәләне. Спортсылар буш залдарҙа, тамашасыларһыҙ сығыш яһай. Был сикләү прфессиональ клубтарға ғына (“Салаут Юлаев” ХК, “Өфө” ФК, “Урал” ВК) ҡағылмай.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова мәҙәни саралар календарь һәм гастролдәр пландары буйынса үткәрелеүен хәбәр итте. Учреждениеларға инеү ПЦР-тестар йәки привив сертификаты менән генә рөхсәт ителә.
Саралар кәметелеүен кәметәлә лә ул. Тик бына ҡайһы бер урындарҙа кеше күп йыйылыуына юл ҡуйыла. Әйтәйек, бөгөн иртәнсәк Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегендә ковидҡа анализ тапшырыу кабинеты алдындағы бәләкәй генә бүлмә көн дә кеше менән шығрым тулы була. Улар араһында вирус йөрөтөүселәр булмауына кем гарантия бирә ала.