Яңылыҡ
1 Октября 2021, 12:50

COVID-19: һуңғы тәүлеккә мәғлүмәттәр ҡыуандырмай

Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һәм вафат булғандар һаны йәнә артҡан

COVID-19: һуңғы тәүлеккә мәғлүмәттәр ҡыуандырмайCOVID-19: һуңғы тәүлеккә мәғлүмәттәр ҡыуандырмай
COVID-19: һуңғы тәүлеккә мәғлүмәттәр ҡыуандырмай

Рәсми статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, коронавирус йоҡторғандар һәм вафат булғандар һаны арта. Бөгөн көндөҙгө сәғәт 11-гә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Республикаһында 67 331 коронавирус инфекцияһы осрағы раҫланған, тәүлек эсендә 452 кеше өҫтәлгән.

22 сирле үлгән, дөйөм һан 1 637-гә еткән.

Бөтәһе 58 649 кеше һауыҡҡан, 315-е – һуңғы тәүлектә.

1 287 672 кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1 180 855 кеше иһә икенсе компонентын ҡаҙатҡан.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас