

Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ, өлкән быуын вәкилдәре! Күркәм байрам – Оло йәштәгеләр көнө менән бөтә йөрәктән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Һеҙ оҙон тормош юлы үткәнһегеҙ һәм заманаларҙы, быуындарҙы тоташтырыусы булып тораһығыҙ. Һеҙҙең белемегеҙ һәм бай тәжрибәгеҙ йәштәрҙең инициативаһы менән бер рәттән өлкәндәр аҡылы ла талап ителгән хәҙерге шарттарҙа айырыуса мөһим. Һеҙ әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм традицияларҙы һаҡлаусылар, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ өсөн терәк, тоғро ярҙамсылар булып тораһығыҙ. Ейәнсура районының йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашыуығыҙ ҙа һеҙгә ҡарата ихтирам уята.
Район үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индереүегеҙ өсөн һеҙгә ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Һуғыш йылдары ауырлыҡтарын үткәргән, Тыуған илдең бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған, уны аяҡҡа баҫтырған оло быуын ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен юллайым.
Хаҡлы ялда булған ветерандарҙы ла, йәшенә ҡарамай, эшләүен дауам итеүселәрҙе лә ихлас ҡотлайым. Йәшәлгән йылдар күңел төшөнкөлөгөнә сәбәпсе булмаһын, йәшәү көсө бик оҙаҡҡа етһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйем. Һәр көнөгөҙҙө туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың хәстәрлеге һәм иғтибары йылытһын!