Яңылыҡ
1 Октября 2021, 08:45

Оло йәштәгеләр көнөнә пенсионерҙар түләмдәр аламы?

Йыл да Оло йәштәгеләр көнө алдынан пенсионерҙарға түләмдәр тураһында хәбәрҙәр тарала. Быйыл, шундай хәбәрҙәр буйынса, пенсионерҙарға 10 мең һум түләргә тейештәр ине. Был шулаймы?

Оло йәштәгеләр көнөнә пенсионерҙар түләмдәр аламы?Оло йәштәгеләр көнөнә пенсионерҙар түләмдәр аламы?
Оло йәштәгеләр көнөнә пенсионерҙар түләмдәр аламы?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ, тип хәбәр итә Рrufy.ru. Владимир Путинға сентябрҙәге 10 мең һумлыҡ түләмде ҡабатлауын һорап мөрәжәғәт иткән Новосибирск ҡалаһынан бер пенсионерканың петицияһы был хәбәрҙең таралыу сығанағы булып торған.

РФ Пенсия фондында аңлатыуҙарынса, федераль кимәлдә Оло йәштәгеләр көнөнә бер ниндәй ҙә түләмдәр ҡаралмаған. Тик төбәктәр үҙ инициативаһы буйынса түләмдәр тәғәйенләй ала.

Башҡортостан пенсионерҙарына түләмдәр буламы?

БР Пенсия фонды бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, республика хөкүмәте тарафынан Оло йәштәгеләр көнөнә түләмдәр ҡаралмаған.

Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә генә ололарға түләмдәр түләнә, шуларҙың береһендә – күрше Силәбе өлкәһендә пенсионерҙар 700-әр һум ала.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас