

Мәскәү янындағы Внуковола тыумаҫ элек ғүмерҙәре өҙөлгән сабыйҙар иҫтәлегенә 450 мең шәм тоҡандырылған. Был һан осраҡлы түгел. Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы мәғлүмәт буйынса үткән, 2020 йылда Рәсәй буйынса эшләнгән аборттарҙың һаны тап шулай икән.
Был сараны ойоштороусы, психолог, "Мастер Разборов" Халыҡ-ара академияһына нигеҙ һалыусы Инна Тлиашинова был акция менән абортҡа барған ҡатындарҙы ғәйепләмәй.
"Ҡатындарҙы был аҙымға алып килеүсе сәбәптәрҙең төрлө икәнлеген яҡшы аңлайым. Әммә тыумаған сабыйҙар ҙа ғәйепле түгел. Шуға ла уларҙың йәндәре өсөн Хәтер көнө үткәрергә булдыҡ," - ти ойоштороусы.
Әйткәндәй, Росстат мәғлүмәте буйынса, быйыл донъяға килгән сабыйҙар һаны 128 меңгә артҡан.