Яңылыҡ
5 Октября 2021, 07:45

50 уҡытыусыға – 50-шәр мең һум

Республиканың иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары бүләкләнде

50 уҡытыусыға – 50-шәр мең һум50 уҡытыусыға – 50-шәр мең һум
50 уҡытыусыға – 50-шәр мең һум

4 октябрҙә Уҡытыусылар көнө алдынан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата дәртләндереүенә дәғүә иткән республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләүгә арналған тантаналы сара уҙҙы, тип хәбәр итте “Башинформ”.

Унда республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, министрҙың беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин, министр урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, ведомство бүлектәре етәкселәре ҡатнашты.

«2007 йылдан башлап Уҡытыусылар көнө алдынан иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларын бүләкләйбеҙ. Бөгөнгө сара – 15-сеһе, юбилейлы тип әйтергә мөмкин, ошо йылдар эсендә 700 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы баһаланды. Бөгөн был исемлек республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә тос өлөш индергән тағы 50 уҡытыусы менән тулыланды», — тине Айбулат Хажин, республиканың иң яҡшы уҡытыусыларын тәбрикләп.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлек һәм республика мәғарифы үҫешенә өлөш индергән өсөн иң яҡшы 50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы 50-шәр мең һум күләмендә премия алды.

Фото: “Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас