

Хөрмәтле уҡытыусылар, мәктәпкәсә һәм өҫтәлмә белем биреү педагогтары, мәғариф ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән иң йылы ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Белем биреү һәм тәрбиәләү һеҙҙең өсөн йәшәү рәүеше генә түгел, ә булмышығыҙ ҙа. Һеҙ йәш быуынды белемгә, ысын мәҙәниәткә, әхлаҡи ҡиммәттәргә һәм идеалдарға ылыҡтыраһығыҙ, балаларҙа телгә һәм Тыуған ил тарихына ихтирам тәрбиәләйһегеҙ. Элек-электән уҡытыусы иңенә ҡатмарлы бурыс йөкмәтелгән – балаларҙы уҡырға өйрәтергә, төплө белем алыуға ғына түгел, ә йәмғиәттә йәшәй һәм уға файҙалы була белеүгә нигеҙ һалырға. Башҡа бер хеҙмәт тә уҡытыусы хеҙмәте кеүек тулыһынса бирелеүҙе, фиҙаҡәрлек һәм яуаплылыҡ талап итмәй.
Һеҙҙең тырышлыҡ менән әүҙем, ижади, тәүәккәл яңы быуын үҫә. Уларҙың олимпиадаларҙағы, Рәсәй һәм республика конкурстарындағы уңыштары – һеҙҙең ҡаҙаныш һәм Ейәнсура районының, республиканың, илдең киләсәгенә һеҙ индергән өлөш.
Үҙ һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ, тәрән аҡылығыҙ, түҙемлегегеҙ, уҡыусыларығыҙға ышанысығыҙ һәм һәр ваҡыт уларға ярҙамға килергә әҙер булыуығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Барығыҙға ла ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, йәштәргә белем биреү һәм тәрбиә эшендә ҙур уңыштар теләйем! Бөтә башланғыстарығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын, изге хеҙмәтегеҙ һеҙгә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерһен, һәр уҡыу йылы яңы ҡаҙаныштар йылы булһын.