Яңылыҡ
5 Октября 2021, 12:50

Теләмәйҙәр, әммә декретҡа сығалар

Декрет отпускыһы алыусы атайҙар һаны арта

Теләмәйҙәр, әммә декретҡа сығаларТеләмәйҙәр, әммә декретҡа сығалар
Теләмәйҙәр, әммә декретҡа сығалар

Һорашыуҙар буйынса ирҙәрҙең күпселеге бала ҡарау буйынса отпускыға сығырға теләмәй, әммә эш биреүселәр мәғлүмәттәренә ярашлы, декреттағы атайҙар һаны арта, тип хәбәр итә “Башинформ”.

SuperJob тикшереүҙәре һөҙөмтәләре һорашшыу үткәрелгән ирҙәрҙең 35%-ы “декрет”тан ҡырҡа баш тарта, 12 % бының булыуы мөмкин, тип иҫәпләй, 27% бала ҡарарға тулыһынса әҙер булыуҙары тураһында белдергән.

Аналитиктар һығымтаһы буйынса, һөҙөмтәлә һуңғы биш йылда ирҙәрҙең позицияһы үҙгәрмәгән, әммә ысынбарлыҡта һандар артҡан: 2015 йылда һорашыу үткәрелгән компанияларҙың 10%-ы ир-ат хеҙмәткәрҙәрҙе декрет отпускыһына ебәрһә, 2020 йылда – 17 %. Ҡағиҙә булараҡ, ғаиләләр бындай юлды иҡтисади сәбәптәр менән – ҡатын кешенең килемдәре юғарыраҡ булғанда һайлай.

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың икенсе яртыһында 376 эшләүсе ир декретҡа сыҡҡан.

Фото: joinfo.com / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас