Яңылыҡ
6 Октября 2021, 07:35

Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерһегеҙме?

Билдәле булыуынса, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Был мөһим сара 14 ноябрҙә тамаланасаҡ. Дауамы сайтта.

Билдәле булыуынса, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Был мөһим сара 14 ноябрҙә тамаланасаҡ.

Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу өсөн стационар участкаларға мөрәжәғәт итергә йә иһә иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә кәрәк булыр. Бынан тыш “Дәүләт хеҙмәте” порталында электрон иҫәп алыу битен тултырырырға мөмкин – был осраҡта 8 ноябргә тиклем ҡатнашып ҡалыр кәрәк. Төпкөлдә йәшәүселәр өсөн иҫәп алыу 20 декабргә тиклем дауам итәсәк.

Иҫәп алыу ҡағыһы 33 һорауҙан тора. Унда йәште, милләтте һәм белемеңде күрһәтергә, республикала ниндәй социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу мөһимлеген дә билдәләргә мөмкин.

Яҡынса һөҙөмтәләр 2022 йылдың апрелендә билдәле буласаҡ, тулыһынса - IV кварталында.

Халыҡ иҫәбен  алыуҙа ҡатнашыу һәр кемебеҙҙең дә гражданлыҡ бурысы. Әүҙемерәк булайыҡ!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас