Яңылыҡ
6 Октября 2021, 12:45

ӨЛӘСӘЙҘӘР ӘЙТӘ: “ТАЛАНТЛЫ ЯЛҠАУҘАР ҺӘМ МЫЖЫҠТАР МЕНӘН ДОНЪЯ ТУЛҒАН...”

Тырыш, тәүәккәл булып үҫ, балаҡай! Бер нәмә менән дә алмаштырып булмай торған сифат ул – тырышлыҡ! Талант тиһеңме?..

Юююҡ, талантлы ялҡауҙар һәм мыжыҡтар менән донъя тулған. Белем дә тырышлыҡты алмаштыра алмай. Икешәр дипломы булған кешеләр араһында ла баҙарҙа һатыу итеүҙән ары китә алмағандар байтаҡ. Тәбиғәт даһи итеп яралтҡандарҙың да күбеһе таныла алмай китә был донъянан. Ни өсөн тиһеңме? Сөнки етерлек тырышлыҡ һалмай. Нимәнәндер ҡурҡа, икеләнә, йә ялҡаулана, йә үҙ-үҙенә ышанмай. 

 

Бары тик тырышлыҡ ҡына оло көскә эйә! Юҡҡа ғына “Бер процент талант, туҡһан туғыҙ процент хеҙмәт”, тип әйтмәгәндәр бит. Маҡсатына таланттар ҙа, белемлеләр ҙә, даһиҙар ҙа түгел, ә тырыштар ғына ирешә, хыялын тик тырыштар тормошҡа ашыра! Тырышлыҡ Аллаһ тарафынан бүләкләнә. Нимәгә генә тотонһаң да, "Аллаһтың һинекенән башҡа ҡулдары юҡ", - тигәнде һәр саҡ иҫеңдә тот, балам!

***ЗӨҺРӘ ҠОТЛОГИЛДИНА ИЖАДЫ*** төркөмөнән алынды.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас