Яңылыҡ
6 Октября 2021, 09:55

Вакциналау тураһындағы СЕРТИФИКАТ ХАҠЫ - МАНИКЮР!

34 йәшлек фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире пациенттың картаһына COVID-19-ҙан вакциналаныу тураһында алдап яҙып, ялған сертификат биргән.

Вакциналау тураһындағы СЕРТИФИКАТ ХАҠЫ - МАНИКЮР!Вакциналау тураһындағы СЕРТИФИКАТ ХАҠЫ - МАНИКЮР!
Вакциналау тураһындағы СЕРТИФИКАТ ХАҠЫ - МАНИКЮР!

Иглин районында 34 йәшлек фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире пациенттың картаһына COVID-19-ҙан вакциналаныу тураһында алдап яҙып, ялған сертификат биргән. Был "хеҙмәте" өсөн хаҡты маникюр һәм педикюрлата алған.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә Республиканың Эске эштәр минисрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ағымдағы йылда ошондай сертификаттарҙы законһыҙ биреү буйынса 41 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Сығанаҡ: https://gtrk.tv/

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас