Яңылыҡ
8 Октября 2021, 10:29

Аңлап ҡабул итегеҙ!

Ейәнсура РайПО рәйесенең сауҙа буйынса урынбаҫары Вадим Зәкир улы Ғайнанов һәм райондаштарҙы тыйыуҙарҙы аңлап ҡабул итергә саҡыра.

Аңлап ҡабул итегеҙ!Аңлап ҡабул итегеҙ!
Аңлап ҡабул итегеҙ!

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, бөгөндән, йәғни 12 сентябрҙән сауҙа үҙәктәренә коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыу тураһындағы сертификат, ярты йыл элек сир үткәреү тураһындағы белешмә йәки ПЦР-тесҡа кире һөҙөмтәһе булғандар ғына индерелә. Ейәнсура районында ҙур сауҙа үҙәктәре юҡ, шулай ҙа коронавирис таралыуына юл ҡуймау йәһәтенән ниндәй саралар күрелә?

– Әлеге ваҡытта ковидҡа ҡаршы тыйыуҙар, сикләүҙәр ҡулланыу – пандемиянан сығыуҙың берҙән-бер юлы. Ауыл магазиндарында халыҡ күпләп йыйылмай һәм ҙур сауҙа үҙәектәрендәге кеүек сараларҙы ҡулланыу талап ителмәй. Шулай ҙа эшкә килгән һәр һатыусының температураһы тикшерелә. Ә һатып алыусыларға килгәндә, уларҙан битлек режимын үтәүҙәрен һорайбыҙ. Бығаса, бәлки, битлекһеҙ килеп, әйбер һатып алыу мөмкин булғандыр. Әммә хәҙер был йәһәттән талап ҡәтғиләшә. Битлеге булмаған бер кем дә хеҙмәтләндерелмәйәсәк! – тине Ейәнсура РайПО рәйесенең сауҙа буйынса урынбаҫары Вадим Зәкир улы Ғайнанов һәм райондаштарҙы был талапты аңлап ҡабул итеүҙәрен һораны.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас