

Педагогтар, күп балалы әсәйҙәр ваҡытынан алда пенсияға сыға ала. Был хаҡта РФ Пенсия фондының рәсми сайтында хәбәр ителгән, тип яҙа newsbash.ru.
“Педагогик хеҙмәткәрҙәр ярашлы учреждениеларҙа 25 йыл стаж йыйғандан һуң ваҡытынан алда пенсияға сыға ала. Шулай уҡ уларға 21 пенсия коэфициенты кәрәк. Күп балалы әсәйҙәрҙең ваҡытынан алда пенсияға сығыуы балалар һанына бәйле. Мәҫәлән, биш һәм унана күберәк бала тапҡан әсәйҙәргә пенсия 50 йәштән тәғәйенләнә. Страховка пенсияһы шулай уҡ театр сәхнәләрендә 15-30 йыл ижади эшмәкәрлек алып барғандарға һәм 50-55 йәшкә еткәндәргә йәки йәшкә бәйһеҙ рәүештә тәғәйенләнә”, – тиелә Пенсия фонды сайтында.