

Спектакль ҡуйылмауы тураһында иң беренсе булып башҡорт активисы Руслан Ғәббәсов хәбәр иткән, тип яҙа ufa.kp.ru. Уның әйтеүенсә, театр труппаһы менән һөйләшергә тарихсы Рәмил Рәхимов барған.
– Миңә унда тарихҡа бәйле проблема бар тип әйттеләр. “Һеҙ килеп труппа менән һөйләшә һәм бер тарихи факттарҙы – бер төрлө, икенселәрен икенсе төрлө интерпретацияларға мөмкин булыуын аңлата алмаҫһығыҙмы”, – тинеләр, – тип аңлатҡан Рәхимов «Эхо Москвы в Уфе» радиоһына.
Актерҙар менән һөйләшеүҙә Рәхимов Стәрлетамаҡҡа Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һорауы буйынса килеүен әйткән. Шулай уҡ ул етди конфликттарҙа “ҡулдарына автомат алғандар түгел, ә яуаплылыҡ йөкмәргә тейешле артистар һәм ғалимдар ғәйепле” тип белдергән.
Быға тиклем сентябрҙә Өфөлә Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының гастролдәре ҙур аншлаг менән үтеүе, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә «Киҫәкбикә. Риүәйәт» спектакленең премьераһы булыуы тураһында хәбәр ителгәйне.
Михаил Башкиров был пьесаны Мәрйәм Бураҡаеваның хикәйәһенә нигеҙләнеп яҙған. Легендала XVIII быуатта йәшәгән Киҫәкбикә Байрасованың фажиғәле яҙмышы тураһында һүҙ бара. Төп герой — көсләп суҡындырылған, ислам диненә кире ҡайтҡан өсөн 60 йәшендә яндырып үлтерелгән башҡорт ҡатыны.
Фото: tamasha-rb.ru